

Енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар менән берлектә машинаны тиҙ арала тапҡан — ул штраф майҙансығына ҡуйылған, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы.
Ғәйепле кеше 14 йәшлек үҫмер булып сыҡҡан, ул ваҡ хулиганлыҡ өсөн бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә тора. Егет полиция бүлегендә үҙенең ҡылған эшен таныған.
Полиция водителдәрҙе асҡыстарҙы машинала ҡалдырмаҫҡа, урлауға ҡаршы системалар ҡулланырға саҡыра.