Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
2 Июнь 2022, 12:20

Стәрлетамаҡ табиптары 480 грамм булып тыуған сабыйҙы ҡотҡарған.

1 июнь, балаларҙы яҡлау көнөндә, республиканың иң яҡшы акушерҙары эштәрендәге ҡыҙыҡлы хәлдәре менән бүлеште. Өфөнөң Республика клиник перинаталь уҙәгенең акушерлыҡ дистанцион консультация һәм санитария авиацияһы бүлеге акушер-гинекологы Динар Ғәбдрәхмәнов былтыр Стәрлетамаҡ табиптары менән ваҡытынан алда донъяға килгән сабыйҙы ҡотҡарыуҙары тураһында һөйләне.   

Стәрлетамаҡ табиптары 480 грамм булып тыуған сабыйҙы ҡотҡарған.
Стәрлетамаҡ табиптары 480 грамм булып тыуған сабыйҙы ҡотҡарған.

-Пациент йөклөлөктөң 22-се аҙнаһында ине. Бәхеткә күрә, сабый ҙа, әсә кеше лә иҫән. Тиҙҙән ул балаға бер йәш тула. Тиҫтерҙәренән бер нимәһе менән дә айырылмай,теремек,һау-сәләмәт бала!,- ти Динар Рөстәм улы. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: