Ашҡаҙар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
2 Август 2022, 16:27

Башҡортостанда битлек режимы индерелеүе ихтимал.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың күбәйеүе күҙәтелә.

Башҡортостанда битлек режимы индерелеүе ихтимал.
Башҡортостанда битлек режимы индерелеүе ихтимал.

Эксперттар сентябрҙең икенсе яртыһында коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлашыуын фаразлай.

«Сентябрҙең икенсе яртыһына әҙер булырға кәрәк. Ауырыу осраҡтары, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йөкләмә артһа, битлек кейергә кәңәш бирә башлайбыҙ», - тип билдәләне Анна Казак.

❗Яңы уҡыу йылына бөтә уҡытыусылар ҙа ҡабаттан вакцина яһатырға тейеш, тип белдерҙе ул.

❗Уның һүҙҙәренсә, быйыл көҙ республикала омикрон-штамм өҫтөнлөк итәсәк

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: