Ул көн дауамында һынау урынына ике тапҡыр төрлөсә кейенеп, теория өлөшөн бер хатаһыҙ тапшырып сыҡҡан. Бынан һуң енәйәт эше фигуранты практик өлөшөн дә ҡабул итеп, ошо йылдың февралендә ҡыҙҙарға водитель танытмаһы биргән, – тип асыҡлыҡ индерәләр Башҡортостан прокуратураһы сайтында.
Экс-инспектор үҙ ғәйебен таныған һәм эштән бушатылған. Хәҙер уның эшен Учалы район суды ҡараясаҡ.