Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Ишеттегеҙме әле?
15 Июня 2023, 14:05

Өфөнән Тель-Авивҡа һәм Тбилисиға тура рейстар асыла

15 июндә XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Азимут» авиакомпанияһының директорҙар советы рәйесе Павел Удод менән осрашты. Улар авиакомпания эшенең мөһим мәсьәләләрен һәм Өфөнән яңы рейстар асыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Өфөнән Тель-Авивҡа һәм Тбилисиға тура рейстар асылаӨфөнән Тель-Авивҡа һәм Тбилисиға тура рейстар асыла
Өфөнән Тель-Авивҡа һәм Тбилисиға тура рейстар асыла

Республика етәксеһе билдәләүенсә, компания самолёттары осҡан йүнәлештәр географияһы Башҡортостан халҡының ихтыяждарына яуап бирә. Өҫтәүенә республика билет хаҡын кәметеү өсөн эске рейстарҙа осоштар хаҡының бер өлөшөн субсидиялай.

«Азимут» компанияһының директорҙар советы рәйесе Павел Удод төбәк менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген һәм Башҡортостандың баш ҡалаһынан яңы маршруттар асыу кәрәклеген юғары баһаланы.

«Беҙ республика менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм сит илдәр менән тура авиабәйләнеште үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Киләсәктә Өфө аэропорты хаб кимәленә етеүе ихтимал. Был эшкә булышлыҡ итергә әҙербеҙ, – тип билдәләне Павел Удод. – Һуңғы йылдарҙа компания Башҡортостандың баш ҡалаһынан осоштар һанын һәм географияһын арттыра. 2023 йылдың аҙағына тиклем Кемерово, Тель-Авив, шулай уҡ Тбилиси ҡалаларына рейстар асырға йыйынабыҙ».

Башинформ.

Автор:
Читайте нас