Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
14 Июль 2023, 11:23

Башҡортостан коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты күтәреләсәк төбәктәр иҫәбенә инде

Рәсәйҙең 19 төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан коммуналь инфраструктураны модернизациялауҙың яңы программаһы буйынса аҡса аласаҡ. Был хаҡта Биләмәләрҙе үҫтереү фонды хәбәр итә.

Башҡортостан коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты күтәреләсәк төбәктәр иҫәбенә инде
Башҡортостан коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты күтәреләсәк төбәктәр иҫәбенә инде

Программала Башҡортостан, Карелия, Тыва, Төньяҡ Осетия, Ҡырым, Дағстан, Брянск, Вологда, Кемерово өлкәләре һәм башҡалар ҡатнаша. 2024 йылдың аҙағына тиклем был төбәктәрҙә 659,1 саҡрым инженер селтәрҙәре яңыртыла, 614,3 мең кеше өсөн коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты күтәрелә. Финанс ярҙамының дөйөм күләме –12,5 миллиард һум. Ил төбәктәрендә коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһының операторы –Биләмәләрҙе үҫтереү фонды.

Шулай уҡ Башҡортостан «Стимул» программаһы буйынса федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итеү йәһәтенән дә лидер.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: