Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
25 Август 2023, 10:42

Өфөлә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Беренсе Президентҡа һәйкәл ҡуйыу экспертиза тарафынан хупланған. Дүрт метр бейеклектәге һәйкәлде баш ҡаланың Ленин исемендәге парктағы ике фонтан араһында, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы алдында ҡуйыу планлаштырыла.

Өфөлә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Өфөлә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Документта яҙылыуынса, Моратаза Рәхимовтың мемориаль комплексы Ленин исемендәге паркта урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекттарын, туғандар ҡәберен, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Мәжит Ғафури ҡәберҙәрен, Александр Матросов һәйкәлен һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.

«М. Ғ. Рәхимовтың бронза һәйкәле майҙан уртаһында ике баҫҡыслы гранит постаментта урынлашасаҡ. Уның артында монументаль ҡоролма, Башҡортостан картаһы һәм Рәхимов ҡабул иткән Конституцияның тәүге бите ҡуйыласаҡ, мансур граниты башҡорт биҙәктәре менән биҙәләсәк», — тигән аңлатма бирелә һәйкәлдең проектында.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-24/d-l-t-ekspertiza-y-mortaza-r-himov-a-yk-l-uyyu-proektyn-huplany-3402548

 

 

Автор:
Читайте нас: