Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
29 Август 2023, 11:45

«Өфө» аэропортынан Владикавказға тура рейстар асыла

Көҙгө навигацияла Nordwind Airlines авиакомпанияһы расписаниены Өфө — Владикавказ маршруты буйынса даими рейс менән тулыландыра.

«Өфө» аэропортынан Владикавказға тура рейстар асыла«Өфө» аэропортынан Владикавказға тура рейстар асыла
«Өфө» аэропортынан Владикавказға тура рейстар асыла

Осоштар 29 сентябрҙән планлаштырыла, аҙнаһына ике тапҡыр — шишәмбе киске 8-се яртыла һәм йома киске 6 тула 15 минутта . Юлда булыу ваҡыты — 3 сәғәт.

Был йүнәлештә 189 пассажир урыны менән уңайлы Boeing 737-800 самолеты оса, тип хәбәр иттеләр «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-08-29/k-k-n-f-aeroportynan-vladikavkaz-a-tura-reystar-asyla-3411081

 

Автор:
Читайте нас