Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
7 Сентябрь 2023, 18:00

Бүрәнәнән... һыу торбаһы

Стәрлетамаҡ ҡалаһында бынан быуат самаһы элек һалынған һыу үткәргес табылған. Торба ябай түгел – ағастан! Был 100 йыллыҡ “табыш” хаҡында ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов яҙып сыҡты.

Бүрәнәнән... һыу торбаһы
Бүрәнәнән... һыу торбаһы

“Стәрлетамаҡ район-ара водоканалы” предприятиеһы эшселәре һыу үткәргес өлөшөнә һыу линияһын ремонтлап йөрөгәндә тап була, әлбиттә, материал әлеге ваҡытта файҙаланмаған. Белгестәр был торбаның йәшен яҡынса бер быуатҡа тиңләй. Шуныһы ғәжәп, 100 йыл үтһә лә ағас сереп тә ҡарамаған. Был, әлбиттә, материалдың ҡарағастан булыуына бәйле – ағас һыуға (еүешлеккә) бирешеп бармай.


“Һеҙҙең иғтибарға 1941 йылғы карта ла тәҡдим итәм, унда, ысынлап та, 1941 йылда ҡаланың был өлөшөндә һыу системаһы булғаны күрһәтелгән”, – тип яҙып сыҡты Рөстәм Ғәзизов.

Бүрәнәнән... һыу торбаһы
Бүрәнәнән... һыу торбаһы
Бүрәнәнән... һыу торбаһы
Автор:
Читайте нас: