Ашҡаҙар
+7 °С
Облачно
Ишеттегеҙме әле?
2 Октября 2023, 11:37

Ҡаҙағстанда Башҡортостандың рәсми вәкиллеге асыла

Ҡаҙағстанда быйыл Башҡортостандың рәсми вәкиллеге асыла, тип хәбәр итте хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡаҙағстанда Башҡортостандың рәсми вәкиллеге асылаҠаҙағстанда Башҡортостандың рәсми вәкиллеге асыла
Ҡаҙағстанда Башҡортостандың рәсми вәкиллеге асыла

Уның һүҙҙәренсә, тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Бынан тыш, ноябрь башында Башҡортостан делегацияһы Кустанайға Рәсәй һәм Ҡаҙағстан президенттары ҡатнашлығындағы төбәк хеҙмәттәшлеге форумына бара.

«Пленар ултырышта доклад менән сығыш яһарға йыйынабыҙ», — тине республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры.

Башҡортостанға Ҡаҙағстан премьер-министры Алихан Смаиловтың килеүе көтөлә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-02/a-a-standa-bash-ortostandy-r-smi-v-killege-asyla-3461968

 

Автор:
Читайте нас