Мәҫәлән, йыл башы менән сағыштырғанда, әлеге мәлдә ҡарабойҙай осһоҙланған, йәғни 25 процентҡа хаҡы төшкән – был 18,53 һум. Ғөмүмән, бөгөнгө көндә әлеге ярмаға хаҡ уртаса 54,57 һум тора.
Көҙ, уңыштар мәлен иҫәпкә алып, йәнә бер нисә бойҙай-йәшелсәне осһоҙораҡ хаҡҡа алып була. Әйтәйек, бойҙай оно 11,8 процент йәғни 39 һум 65 тингә осһоҙланған. Картуфтың бер килограмы 8,6 процентҡа төшкән (әле уртаса 26,35 һум тора), туҡмас 7,3 процент (74,03 һум), һөт 5,5 процентҡа (76,98) һәм һуған 5,1 процентҡа (28,15 һум) арзанайған.
Бензиндың хаҡына ҡасан “йүгән кейҙерелер” тип тә борсола халыҡ...
Р. ӘРМЕТОВ.