Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
4 Октябрь 2023, 10:32

Уларға етеүсе юҡ инде!

Тәмле һәм сифатлы ризыҡтары менән тотош республикала дан ҡаҙанған “Ватрушкин” кафеһы “Йыл аҙыҡ-түлеге” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, еңеү яулаған!

Уларға етеүсе юҡ инде!
Уларға етеүсе юҡ инде!

Ҡалала төрлө социаль проекттарҙың даими бағыусылары булып торған ағалы-ҡустылы Мәҡсүтовтар компанияһы конкурсҡа икмәк һәм туҡмас тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә ике төр продукция ла иң юғары баһа алып, алтын миҙал менән бүләкләнгән.
Әйткәндәй, был конкурстың маҡсаты үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, Рәсәйҙә сығарылған тауарҙарҙың сифатын күтәреүгә ҡайтып ҡала.


Р. ӘРМЕТОВ.

Уларға етеүсе юҡ инде!
Уларға етеүсе юҡ инде!
Автор:
Читайте нас: