Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
27 Октябрь 2023, 10:05

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонға хәрби байраҡ тапшырҙы

Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонға хәрби байраҡ тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонға хәрби байраҡ тапшырҙы
Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонға хәрби байраҡ тапшырҙы

 Башҡортостан Башлығы үҙенең телеграм-каналында яҙыуынса, ул бындай тантананы беренсе тапҡыр ғына үткәрмәй. Уның кәштәһендә республикабыҙҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан подразделениеларҙың флагтары өсөн урын етмәй. Һәр ваҡыт ошондай тантанала ике төрлө хис кисерәм, тине ул. Бер яҡтан, яугирҙәрҙең ошондай ҡатмарлы һәм мөһим ҡарар ҡабул иткәне өсөн ғорурлыҡ, ихтирам һәм рәхмәт тойғоһо. Икенсе яҡтан, уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн ныҡ борсола.

«Республика хәрбиҙәребеҙҙең ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрәсәк. Башҡортостанда һәм федераль кимәлдә күрһәтелгән ярҙам сараларын ғына күҙ уңында тотмайым. Кәрәк икән, һәр бер осраҡта ярҙам итербеҙ. Яугирҙәрҙе лә ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Махсус хәрби операция барған осорҙа беҙ бының буш һүҙҙәр түгел икәнен раҫланыҡ. Мобилизацияланған ир-егеттәр, ирекле подразделениелар менән бәйләнеш тотабыҙ, гуманитар ылау ебәрәбеҙ, үҙебеҙ ҙә алғы һыҙыҡҡа барып торабыҙ. Бындай эште еңеүгә тиклем дауам итербеҙ. Егеттәргә яҡшы итеп хеҙмәт итеүҙәрен теләйем. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Шуны белегеҙ: һеҙҙең артта - тотош республика. Эшләгеҙ, туғандар», - тип яҙҙы республика етәксеһе.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-27/bash-ortostan-bashly-y-salauat-yulaev-isemend-ge-ikense-batalon-a-h-rbi-bayra-tapshyr-y-3495390

 

Автор:
Читайте нас: