Был хаҡта популяр курорттың социаль селтәрҙәре хәбәр итте. Быйыл ҡар битләүҙәре ҡунаҡтарҙы ғәҙәттәгенән алдараҡ ҡабул итергә әҙер. Былтыр 4 ноябрҙә бер генә трасса эшләй башлаһа, быйыл иһә бөтә трассалар ҙа әҙер.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 23 октябрҙә Абҙаҡта яһалма ҡар яуҙырыу системаһаның эшләй башлауы тураһында яҙғайны. 27 октябрҙә «Морат» тау саңғыһы үҙәге ошондай эштәргә тотондо.