Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
14 Декабрь 2023, 11:48

Өфөлә яңы йорттар икенсел торлаҡҡа ҡарағанда 15,7% ҡиммәтерәк

«Фатирҙар донъяһы» аналитиктары мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә ғинуар - ноябрь айҙары йомғаҡтары буйынса беренсел һәм икенсел баҙарҙағы фатир хаҡы араһында айырма 15,7% тәшкил иткән.

Өфөлә яңы йорттар икенсел торлаҡҡа ҡарағанда 15,7% ҡиммәтерәк
Өфөлә яңы йорттар икенсел торлаҡҡа ҡарағанда 15,7% ҡиммәтерәк

Башҡортостандың баш ҡалаһында яңы фатирҙың уртаса хаҡы — 6,86 миллион, икенсел торлаҡ иһә 5,93 миллион һум тора.

Торлаҡтың квадрат метрына килгәндә, айырма тағы ла күберәк — 24% (яңыларында 139,5 мең һум булһа, икенсел торлаҡта 112,5 мең һум).

Фатирҙың уртаса хаҡы буйынса Өфө Новосибирскиға (5,81 миллион һум) һәм Һамарға (6,18 миллион һум) яҡыныраҡ.

Яңы фатирҙың хаҡы буйынса — Төмәнгә һәм Омскиға (6,81 миллион һум) һәм Белгородҡа (6,83 миллион һум). 

Өфөнө беренсел «квадрат»тың уртаса хаҡын — Екатеринбург (139,3 мең һум), ә икенсел торлаҡтың Красноярск (112,2 мең һум) менән сағыштырырға мөмкин.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-13/f-l-ya-y-yorttar-ikensel-torla-a-ara-anda-15-7-imm-ter-k-3564485

 

Автор:
Читайте нас: