«Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ғәмәлдәге кодекста 500 һумдан 2 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Был норманы индерелгәндән һуң 10 йыл ваҡыт үтте», — тип билдәләне республика парламенты рәйесе Константин Толкачев.
Закон бүлмә эттәренә ҡағылмай. Башланғыс икенсе уҡыуҙар ҡаралырға тейеш, өҫтәүенә яңы төҙәтмәләр эттәр кешегә һөжүм иткән өсөн хужаларына ҡарата енәйәт яуаплылығын индереүҙе күҙ уңында тота.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-03-04/respublikala-ett-r-e-morondo-o-y-r-tk-n-s-n-shtraf-arttyryla-3667961