Рейстар шаршамбы һәм шәмбе көндәрендә 220 пассажирға иҫәпләнгән Airbus A321 самолеттарында башҡарыла. Өфөнән осош урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт 3-сө 15 минутҡа билдәләнгән. Юлға 4 сәғәт 35 минут ваҡыт китә.
«Шулай итеп, йәйге осорҙа Өфө аэропортынан Антальяға осоштарҙы биш авиакомпания башҡара. Аҙнаһына 34 рейс була», — тип белдерҙеләр баш ҡала аэропортында.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-03-19/f-n-n-antalya-a-reystar-arta-3691947