Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең икмәккә етәме ни ул!

Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты продукцияһы “Рәсәйҙең иң яҡшыи кмәге – 2024” конкурсы призеры тип танылған. был конкурс Modern Bakery Moscow/Confex 2024 күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторолған.

Беҙҙең икмәккә етәме ни ул!
Беҙҙең икмәккә етәме ни ул!
Конкурсант етештереүселәрҙе продукцияны бешереүҙән башлап ҡулланыусы ҡулына барып еткәнгә тиклем башҡарылған хеҙмәт буйынса баһалағандар. Стәрлетамаҡ
икмәк комбинатының “Крәҫтиән” продукцияһы “Киптерелгән емеш-еләк, сәтләүек, ҡыяҡ һәм көнбағыш еме менән бешерелгән икмәк” номинацияһында 2-се дәрәжәле диплом алған. Әйткәндәй, ошо уҡ икмәк төрө элекке йылдарҙа ла төрлө кимәлдәге конкурс-күргәҙмәләрҙең еңеүсеһе булды. Комбинат продукцияһы,  Стәрлетамаҡта уңышлы ҡулланылыуҙан тыш, республиканың башҡа ҡала-райондарына һәм күрше өлкәләргә лә тарала.
 
Р. ӘРМЕТОВ.
Автор:
Читайте нас: