Ашҡаҙар
0 °С
Ясно
Ишеттегеҙме әле?
2 Апреля 2024, 11:25

Башҡортостандан шәфҡәт туташы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Махсус хәрби операция биләмәһендә медицина ротаһында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булды. Был турала Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенә һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандан шәфҡәт туташы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләндеБашҡортостандан шәфҡәт туташы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде
Башҡортостандан шәфҡәт туташы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Операция-яраларҙы бәйләү взводының өлкән шәфҡәт туташы, кесе сержант «Луна» яугирҙәрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн ошо юғары награданы алған.

Бынан тыш, яҡташыбыҙ Рәсәй Оборона министрлығының «Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн» миҙалы, «Үҙәк» ғәскәрҙәре төркөмө командующийы Андрей Мордвичевтың грамотаһы һәм «Башҡортостан» полкы командиры Роман Мостафиндың рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-02/bash-ortostandan-sh-f-t-tutashy-general-shaymoratov-mi-aly-men-n-b-l-kl-nde-3710643

 

Автор:
Читайте нас