Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында Хөкүмәттең эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны.
Махсуслаштырылған медицина ярҙамы темаһына ҡағылып, етәксе Рәсәйҙә 2020-2023 йылдарҙа 600 төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренең заманса йыһазландырылыуын, онкология менән сирләгәндәр өсөн 500 амбулатория асылыуын билдәләне. Былтыр 1,4 миллион кеше юғары технологиялы дауа алған.
Һүҙ ҙә юҡ, махсуслаштырылған медицина ярҙамы ҙур суммала финанс, алдынғы технологиялар менән бер рәттән, теләк һәм тәүәкәллек талап итә. Диспансерлаштырыу программаһының киңәйтелеүе граждандарға бушлай сәләмәтлектәрен тикшерергә ярҙам итә. 2020 йылда иҫкәртеү тикшереүҙәрен 39 миллионға яҡын кеше үтһә, былтыр Рәсәйҙә йәшәгән һәр икенсе кеше ошо мөмкинлектән файҙаланған.
Премьер-министр әйтеүенсә, ҡатмарлы хәлдәрҙә талап ителгән махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы дауалау мөмкинлектәре киңәйҙе. Теләгән бер төбәктә йәшәгән кешенең ярҙам артынан бөтә федераль ойошмаларға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге тураһында Рәсәй Хөкүмәте ҡарар ҡабул итте. Былтыр 1,5 миллион кешегә түләүһеҙ ҡатмарлы операция яһалған, был унан алдағы йылдан 12 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Былар - ҡоро һандар ғына түгел, ә ҡотҡарылған ғүмерҙәр.
Медицина фәне үҫеше арҡаһында тәү тапҡыр клиник практикаға инновацион биомедицина күҙәнәкле продукттар һәм туҡыма инженерияһы индерелә башланы, тип хәбәр итте Михаил Мишустин. Бындай алдынғы фән технологияларына илдә алты миллион кеше мохтажлыҡ кисерә.
Тағы бер күңелле яңылыҡ хаҡында ла отчеттан ишеттек: элек һауыҡтырып булмай тип иҫәпләнгән Бехтерев сиренән донъялағы тәүге дарыуҙы теркәү өсөн тикшереүҙәр тамамланыуға бара. Планетаның алдынғы ғалимдары уның үҫешен нисек тә тотҡарлау өсөн көрәшкәндә, Рәсәй белгестәре тиҫтәләгән мең кешегә ярҙам итәсәк препарат уйлап тапты. Медицина өлкәһендәге бындай уңыштар менән хаҡлы рәүештә ғорурланырға була!
Адель Измайлов, Республика клиник онкология диспансерының баш табибы, медицина фәндәре докторы:
– Хөкүмәт отчетында һаулыҡ һаҡлау тармағына, медицина фәненә ҙур урын бирелеүе ғәжәп түгел. Әйтелгәндәрҙән сығып, ил ни тиклем байыраҡ, һаулыҡ һаҡлау системаһынан файҙаланыу мөмкинлектәре ни тиклем ҙурыраҡ, кешеләр шунса оҙағыраҡ йәшәйәсәк һәм ауыр сирҙәр ҙә шунса иртәрәк асыҡланасаҡ, тигән һығымта яһарға мөмкин.
Бөгөн республика онкология клиник диспансеры заманса, алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырылыуҙан тыш, тулыһынса кадрҙар менән тәьмин ителгән. Уңайлы эш шарттары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы быға булышлыҡ итә.
Һуңғы ваҡытта республикала беҙҙең тармаҡҡа күрһәтелгән ғәйәт ҙур финанс ярҙамын һаулыҡ һаҡлауҙың бөтә системаһы алырға тейеш. Онкология хеҙмәте үҫешенә Рәсәй, республика етәкселеге ҙур өлөш индереп, медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырҙы, бының менән бик ҡәнәғәтбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ. Уйлап ҡарағыҙ: бынан алты йыл элек дарыуҙарға учреждение бюджеты 256 миллион һум тәшкил итһә, хәҙер ул – биш миллиард һумға яҡын. Айырма ер менән күк араһы!
Беҙ хәҙер бөтә заманса технологияларҙан – химия препараттарынан, молекуляр-генетик диагностиканан, таргет һәм иммун терапияһынан, радиотерапиянан, аҙ тишемле хирургиянан файҙаланабыҙ. Хирургиялағы үҙгәрештәр таң ҡалдырырлыҡ. Видеояҙмалы заманса эндоскопик ҡорамалдар, махсус медицина комплекстары һәм ҡорамалдар, аҙ тишемле әмәлиәттәр яһау өсөн тейешле аппараттар онкологтарҙың бына тигән ярҙамсыһы. Бөгөн иртән аҙ тишемле әмәлиәт яһалған пациенттың кискә табан аяҡҡа баҫыуы ғәжәп түгел хәҙер.
2022 йылдан илдә “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын үҫтереү” федераль программаһы эшкә ҡушылды. Көн һайын беҙ уның һөҙөмтәһен күрәбеҙ: дауаханалар, поликлиникалар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, төпкөл биләмәләрҙә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла, иртә стадияла асыҡланған сир осраҡтары арта. Беҙ ошо эште артабан да дауам итергә тейешбеҙ.