Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
3 Октябрь , 13:21

Рәсәйҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын 13,2% арттыралар

Был ысынмы?

Рәсәйҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын 13,2% арттыралар
Рәсәйҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын 13,2% арттыралар

Хөкүмәт 2025 йылда социаль өлкә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырырға тәҡдим итте.

Эш хаҡының 13,2 процентҡа артыуы табиптарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларына, ғалимдарға һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла.

Киләһе ике йылға бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 2026 йылда - 10,2 процентҡа, 2027 йылда 8,2 процентҡа артасаҡ.

Судьяларға, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, прокурорҙарға, тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренә, федераль кимәлдәге дәүләт хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы 4,5 процентҡа күтәреләсәк.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: