Ашҡаҙар
0 °С
Ясно
Ишеттегеҙме әле?
23 Мая 2025, 06:01

Рәсәйҙә балаларға энергетиктар һатҡан өсөн штрафтар индерелде

Рәсәйҙә балаларға энергектиктар һатыуҙы тыйған закон ҡабул ителде. Законды боҙған өсөн штраф ярты миллион һумға етергә мөмкин. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына тейешле үҙгәрештәр индерелде, тип хәбәр ителә Дәүләт Думаһы сайтында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙә балаларға энергетиктар һатҡан өсөн штрафтар индерелдеРәсәйҙә балаларға энергетиктар һатҡан өсөн штрафтар индерелде
Рәсәйҙә балаларға энергетиктар һатҡан өсөн штрафтар индерелде

Документҡа ярашлы, бәлиғ булмағандарға ошондай эсемлектәр һатҡан өсөн штраф граждандарға — 50 мең һумға, вазифа биләгән кешеләргә — 200 мең һумға, юридик шәхестәргә 500 мең һумға тиклем тәшкил итеүе мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас