Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
21 Ғинуар , 09:12

"Больничный"ҙар арта.

Башҡортостанда йәшәүселәр ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын ( больничныйҙарҙы) арттырылған күләмдә ала башланы.

"Больничный"ҙар арта.
"Больничный"ҙар арта.

    2026 йылда Башҡортостанда йәшәүселәр ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса арттырылған пособиелар ала башланы.
Рәсми рәүештә эшләгән кешеләргә больничныйҙарҙың хаҡы көнөнә 6827 һумдан күберәк түләнә. Әммә түләүҙең күләме хеҙмәткәрҙең страховка стажына һәм эш хаҡына бәйле. Мәҫәлән, 8 йылдан ашыуыраҡ стаж булғанда - уртаса эш хаҡының 100 проценты түләнһә, 5-8 йыл эшләгәндәргә - 80 процент һәм 5 йылдан кәмерәк эшләгәндәр өсөн  эш хаҡының 60 проценты һанала. 
    Декрет пособиеһының максималь күләме лә арттырылды һәм хәҙер 140 көнлөк стандарт эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы 955 836 һум тәшкил итә.
   Район коэффициентын иҫәпкә алып, республикала пособиеның минималь күләме 143 407,60 һум икән. Иң мөһиме, был пособиены түләгәндә стаж иҫәпкә алынмай, түләү һәр ваҡыт уртаса эш хаҡының 100 процентына тигеҙ.
   2025 йылда ошо маҡсатҡа Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарына - 16,4 миллиард, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеларға 3,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән.

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас