Төҙөлөп ятҡан мәсеттең иҫке көмбәҙен 13 мартта көслө ел төшөргәйне.
Уны ҡуйыу өсөн башня краны кәрәк булған. Объектты тергеҙеү өсөн республика мосолмандары Диниә назараты Волгодонскиҙан «Грант» инженер үҙәге ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән килешеү төҙөй һәм предприятие конструкцияның өҫкө өлөшөн эшләп ҡуя.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, емереү инженерлыҡ хатаһы һөҙөмтәһендә булған.
Кәңәшмәләрҙең береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер ай эсендә бөтә төҙөлөш документацияһын күтәрергә һәм өйрәнергә, объекттың торошон баһаларға һәм уны төҙөү мәсьәләһе буйынса оператив штаб булдырырға ҡушҡайны.
Башинформ.