Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
16 Март , 13:00

РАМАҘАН - таҙарыныу һәм тыйылыу айы

Дуҫтар, был кәрәкле доғаларҙы форсат сыҡҡан һайын ҡабатлап, ятлап алырға тырышығыҙ!  Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға: "Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ". Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам.

РАМАҘАН - таҙарыныу һәм тыйылыу айы
РАМАҘАН - таҙарыныу һәм тыйылыу айы

Донъя һәм әхирәт өсөн доғалар:
"Бисмилләһир рахмәәнир рахиим.
Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил-әхирати хәсәнәтәү үә ҡинә ғәҙәбән-нәр. Раббәнәғ-фир ли үә лиүәлидәййә үә лил-мүъмининә йәүмә йәҡу-мул-хисәб".

Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Донъялыҡта беҙгә изгелек эшләй -торған ғүмер бир, ошо изгелегебеҙ бәрәкәтендә Әхирәттә йәннәтеңде насип ит, ут ғазабынан һаҡла. Эй Раббым! Хисап көнөндә мине лә, ата-әсәмде лә, бар мосолмандарҙы ла ғәфү ит".


Йыш уҡыла торған доға
Бәйғәмбәребеҙ әйткән: көнөнә йөҙ тапҡыр:
«Лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйин ҡадир».

Мәғәнәһе: «Тиңдәше булмаған берҙән-бер Аллаһтан башҡа илаһ юҡ. Хөкөм һәм хакимиәт — Уның ихтыярында, маҡтауҙар — Уның үҙенә генә хас. Бөтә нәмәгә Уның көсө етә», — тип, доға ҡылған кешегә Аллаһ йөҙ төрлө игелекле эш эшләгәндең сауабын яҙа, ғәмәл дәфтәренән йөҙ насарлығын юйып ташлай. Был көндә уға шайтан зәхмәте ҡағылмай.


Теләгең ҡабул булһын өсөн
"Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбирахмәти фи хәжәти һәиһи литукәдаа лиифәшәффәғһү фиййә".

Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Мин һинән үтенәм һәм һиңә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт бәйғәмбәре һәм Һин минең теләгемде тормошҡа ашырһаң ине. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине».

 

Сәфәрҙән (юлдан) ҡайтҡас
"Әййибүүнә тәибүнә ғәбидүнә лираббинә хәмидүн".

Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Беҙ — һине яратыусылар, иман килтереүселәр, тәүбә итеүселәр, кире ҡайтыусылар».

 

Асыу килгәндә уҡый торған доға

"Алләһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим".
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла.



Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау
"Аллаһүммә әнтә рабби лә иләһә иллә әнтә халәҡтәни үә әнә ғәбдүкә үә әнә ғәлә ғәһдикә үә үәғдикә мәс-тәтағтү әғүҙү бикә мин шәрри мә санағтү, әбү’ү ләкә биниғмәтикә ғәләййә үә әбү’ү ләкә биҙәнби фәғ-фир-ли, фә иннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә әнтә".
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һин – минең Раббым, һинән башҡа Илаһ юҡ; һин мине яралтып бар иттең, ә мин – һинең ҡолоң. Көсөм етер тиклем мин һиңә тоғролоҡ һаҡлаясаҡмын. Үҙем эшләгән яуызлыҡтарҙан тик һиңә генә һыйынам. Һинең миңә ҡарата булған мәрхәмәт-шәфҡәтеңде таныйым, үҙ гонаһтарымды ла таныйым. Гонаһтарымды ярлыҡа. Ул гонаһтарҙы һинән башҡа бер кем дә ярлыҡамаҫ.

 

Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға
"Биссмилләһи. Тәүәккәлтү ғәләл-лаһи. Үә лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә иллә бил-ләһ".
Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән башлайым. Бөтә эштәремде Уның Үҙенә генә тәүәккәлләйем. Уға тапшырам. Ысын ҡеүәт, һәм көс тик Аллаһтан ғына.

Өйгә ингәндә уҡыла торған доға
"Бисмилләһи үәләжнә. Үә бисмил-ләһи харажнә. Үә ғәлә раббинә тәүәккәлнә".
Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән өйгә индек. Уның исеме менән генә өйҙән сыҡтыҡ. Бөтәһен дә Раббыбыҙға ғына тәүәкәлләйбеҙ.

Берәүгә бәлә йә бәхетһеҙлек килгәндә уҡыла торған доға
"Иннә-лил-ләһи үә иннә иләйһи ражиғун. Аллаһүммә ғиндәкә әхтәсибу мусибәти. Фәъжурни фиһи үә әбдилни биһә хайран минһә".
Мәғәнәһе: Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаһ бәндәләребеҙ һәм Уға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Был бәхетһеҙлектәрҙе кисереүҙә аҡыл менән тапҡан хаҡ юлым өсөн дә һинең алдыңда иҫәп-хисап бирәсәкмен. Түҙемлектәрем өсөн әжереңде бир, был бәләләрҙе яҙмыштың яҡшыраҡтарына алмаштыр.

Борсолоу һәм бойоғоуға юлыҡҡанда уҡыла торған доға
"Аллаһүммә инни әғүҙү бикә минәл – һәмми үәл – хәзәни үәл – ғажзи үәл – кәсәли үәл – бүхли үәл жүбни – үә ҙалғид-дәйни – үә ғаләбәтир – рижәл".
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ, борсолоу һәм хәсрәттәрҙән, зәғифлек һәм ялҡаулыҡтан, һаранлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡтан, бурысҡа батыу ауырлғы менән бәндәләр ҡыйырһытыуынан һинең ярҙамыңдан, һиңә һыйына алыуҙарҙан ғына ҡотолоу табам.

Ауыр ҡайғыларға юлыҡҡанда уҡый торған доға
"Иннә лилләһи үә иннә иләйһи ражиғүн. Аллаһүммәъжүр-ни фи мүсибәти үә әхлиф ли хайрам-минһә".
Мәғәнәһе: Беҙҙең бөтәбеҙ ҙә – Аллаһы Тәғәләнеке, ҡайтыр урыныбыҙ ҙа – Уға. Әй, Аллаһ, күргән ҡыйынлыҡтарымдың сауабын насип ит. Шуның әжере итеп яҡшылыҡ килтер.

Ярҙам күрһәтеүсе йә иһә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла торған доға
"Аллаһүммәхм-фәҙ сахибә һәҙиһис-саҙаҡати ғәнил-әфәти үәл-бәлиййәт. Үәғ-фир ҙунүбәһү үә әккид имәнәһү үә әкҫир әмүәләһү үә үәффәҡһү ғәлә хайри мәҡасидиһ".
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Был хәйер-саҙаҡа эйәһен – саҙаҡа биргән кешене – афәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла, гонаһтарын ярлыҡа, иманын нығыт, малдарын арттыр һәм изге маҡсаттарына ирешеүҙә ярҙам ит.

Күңелде яман уйҙар күмеп киткәндә уҡыла торған доға
"Әғүҙү бил-ләһи минәш-шайтанир-ражими үә мин фитнәтиһ. Әмәнтү бил-ләһи үә рәсүлиһ. Аллаһү әхәд. Аллаһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүләд. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүән әхәд".
Мәғәнәһе: Таш менән атып ләғнәт уҡылған шайтан ҡотҡоһонан, уның бола һәм фетнәләренән ҡасып, Аллаһы Тәғәләгә һыйынам. Мин Аллаһы Тәғәләгә һәм уның илселәренә инандым. Аллаһ – Бер. Ул – мәңгелек, бер кемдән тыуманы һәм бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кем юҡ.

Автор:
Читайте нас: