Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
4 Апрель , 17:30

Әгәр кемдеңдер ураҙа тоторлоҡ хәле лә, фидиә түләрлек аҡсаһы ла юҡ икән...

 Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм, һаулығы насар булыу сәбәпле ураҙа тота алмаған кешеләр нисә һум түләргә тейеш?

Әгәр кемдеңдер ураҙа тоторлоҡ хәле лә, фидиә түләрлек аҡсаһы ла юҡ икән...
Әгәр кемдеңдер ураҙа тоторлоҡ хәле лә, фидиә түләрлек аҡсаһы ла юҡ икән...

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһ!

Әгәр кеше ураҙа тота алмаҫлыҡ берәй сир менән даими (йүнәлмәҫлек итеп) ауырый икән йә бүтән берәй сәбәп менән ураҙа тотмаҫҡа сәбәбе бар икән (мәҫәлән, ныҡ хәлһеҙ, ти, һәм саҡ ҡына ла ашамай йөрөһә, үлемесле хәлгә етә икән, ти, һәм башҡаһы), ул Рамаҙан ураҙаһы өсөн фидиә (урыҫса – искупление) түләй.

Фидиәнең миҡдары: ураҙа тотмаған һәр бер көн өсөн бер мохтажды бер көнлөк ризыҡ менән тәьмин итеү.

Тимәк, бер ай ураҙа тота алмаған кеше 29 йә 30 мохтажды бер көнлөк ризыҡ менән бүләкләргә тейеш (Рамаҙан айы төрлө йылдарҙа төрлөсә килә – йә 29, йә 30 көн).

Йә иһә бер мохтажды 30 көн дауамында ризыҡ менән тәьмин итә (бөтә фидиәне бер кешегә тотона), йә ике мохтажды – 15-әр көнлөк ризыҡ менән һәм башҡа, фидиәһен нисә кешегә һәм нисек бүлергә һәр кем үҙе хәл итә.

Фидиәне Рамаҙан айы етмәҫ борон да (әгәр кеше үҙенең ураҙа тота алмаҫын алдан уҡ яҡшы белһә), Рамаҙан айында ла, Рамаҙан айы бөткәс тә биреп ҡуйырға була. Ураҙа байрамы етеп килгән ваҡытта бирһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.

Фидиә зәкәт әһелдәренә бирелә, бүтәндәргә фидиә бирелмәй. Зәкәт әһелдәре: мохтаждар (ярлы йәшәүселәр), бурыслылар (бурысҡа ныҡ батыусылар), Аллаһ юлында йыһат ҡылыусылар (был иҫәпкә ғалимдар һәм талиптар ҙа инергә мөмкин), мосафирҙар (сәфәрҙә аҡсаһыҙ тороп ҡалыусылар), зәкәт йыйыусы һәм таратыусы хеҙмәткәрҙәр. Иң яҡшыһы, әлбиттә – мохтаждарҙы ашатыу.

Әгәр кемдеңдер ураҙа тоторлоҡ хәле лә, фидиә түләрлек аҡсаһы ла юҡ икән (үҙе ярлы йәшәй икән), Аллаһ Тәғәлә уны фидиә түләүҙән азат иткән. Ул бүтән төр ғибәҙәттәр ҡылһын һәм Аллаһ Тәғәләгә хәленән килгәнсә бүтән изгелектәр аша яҡынайһын. Аллаһ Тәғәлә бер кемгә лә көсө етмәҫтәйҙе бурыс итеп йөкмәтмәй.

Әгәр фидиәне аҡсалата бирергә теләһәгеҙ, үҙегеҙ көндәлек ашаған ризыҡтың хаҡынан сығып самалағыҙ. Кемдер көн дә ит, ҡыйбатлы емеш-еләк менән туҡланһа, уға фидиәһен дә шул сама менән биреү кәңәш ителә.

Ғөмүмән алғанда, быйыл Башҡортостан мөфтиәте бер көнлөк фидиә суммаһын 400 һум тип билдәләгән. Әммә, үрҙә яҙылғанса, һәр кем үҙ хәлен (көнөнә күпме ашап йәшәгәнен) үҙе лә самалай ала.

Әгәр фидиәгеҙҙе кемгә бирергә белмәһәгеҙ, уны фидиә йыйыу һәм таратыу менән булышҡан ышаныслы ойошмаларға һәм мәсеттәргә тапшыра алаһығыҙ. Ғәҙәттә, ундай ойошмаларҙа (зәкәт ойошмаларында) мохтаждарҙың исемлеге бар, шуларға таратып бирәләр. Әммә фидйә аҡсаһын мәсет ремонтлау кеүек эштәргә тотонмайҙар, мотлаҡ мохтаждарға еткерелергә тейеш.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.

 

 "Башҡорттарға – дин!" 

Автор:
Читайте нас: