Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Ислам нуры
26 Февраля 2025, 12:05

Балаларҙы һаҡлаусы доға

Ислам динендә башҡаларға, бигерәк тә үҙ балаларыңа иҫәнлек-һаулыҡ теләп доға ҡылыу бар.

Балаларҙы һаҡлаусы доғаБалаларҙы һаҡлаусы доға
Балаларҙы һаҡлаусы доға

Ислам динендә башҡаларға, бигерәк тә үҙ балаларыңа иҫәнлек-һаулыҡ теләп доға ҡылыу бар.

Ибн Ғәббәс исемле сәхәбә һөйләүе буйынса, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһис-сәлләм ейәндәре Хәсән һәм Хөсәйенде һаҡлауын һорап, Аллаһҡа шулай тип мөрәжәғәт итер булған:

Әғүҙү бикәлимәтил ләһит тәммәти мин кулли шайтанин үә һәммәтин күлли ғәйнин ләммәһ.

Мәғәнәһе: "Аллаһтың камил һүҙҙәре менән, шайтандан, барлыҡ зыян итеүсе һәм күҙ тейҙереүселәрҙән, эй Аллаһ, Үҙеңә һыйынам".

Был доғаны ҡылыр алдынан "Әлхәм" менән "Ихлас" ("Ҡолһуалла") сүрәләрен уҡыу кәңәш ителә.

Фото: Үткәрмә Йәсин.

Сығанаҡ.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас