Бөтә яңылыҡтар
Ислам нуры
10 Сентябрь 2025, 10:49

Баланың иҫән-һау, имен йөрөүен теләп ҡылынған доға

"Әлхәмдү лилләһи Раббиль гәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин". Балаларыбыҙ имен-һау йөрөһөн, яҡшы кешеләр генә юлдарында осраһын, ике яғында ике фәрештәһе яҡлап йөрөтһөн.

Баланың иҫән-һау, имен йөрөүен теләп ҡылынған доға
Баланың иҫән-һау, имен йөрөүен теләп ҡылынған доға

"Әлхәмдү лилләһи Раббиль гәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин".

Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны һәр төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, яуыз, яман ниәтле кешеләрҙән, шайтан зарарынан – барса насарлыҡтарҙан һаҡла, ярҙамыңдан ташлама, Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип әйлә. Раббәнә әәтиннәә фиддүнья хәсәнәтәү үә филь әәхирати хәсәнәтәү үә кыйнәә газәәбәннәәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәрраахимиин. Әәмиин.

Сығанаҡ: "Иманлы булайыҡ" төркөмө. 

Автор: Альфия Мансурова
Читайте нас