Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 майҙа төбәк етәксеһе хәрби бүлексәгә барған саҡта яҡташтарының үтенестәрен тыңланы, яҡындарының һәм туғандарының хәлен белешергә вәғәҙә иткәйне.
Башҡортостан Башлығы хәрбиҙең ата-әсәһе, ҡатыны һәм балалары менән осрашыуҙа һалдаттың сәләмен еткерҙе.
«Беҙ махсус хәрби операция биләмәһенә барған саҡта мин уға яҡындарының хәлен белешергә һүҙ биргәйнем. Шунда уҡ килеп булманы. Һеҙгә алғы һыҙыҡтан ҙур сәләм еткерәм. Һеҙҙең борсолоуҙарығыҙҙы аңлайым. Үҙем дә беҙҙең егеттәр өсөн борсолам. Иң мөһиме, һеҙҙең барыһы ла яҡшы», - тине Радий Хәбиров.
Мобилизацияланған хәрбиҙең ҡатыны төбәк Башлығына һалдаттарға һәм уларҙың ғаиләләренә бүлгән иғтибары өсөн рәхмәт әйтте.
Башҡортостан Башлығы ғаиләне борсоған мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына республика тарафынан күрһәтелгән ярҙам хаҡында һөйләне.
«Беҙҙең егеттәрҙең тылы ныҡлы – ғаиләләре һәйбәт, татыу. Улар еңеүгә ышана һәм беҙҙең егеттәргә тегендә үҙ-үҙен ышаныслыраҡ тойорға ярҙам итә. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уларға ярҙам итәбеҙ. Хәҙер алғы һыҙыҡҡа һалдаттың ата-әсәһенең, ҡатынының, ҡыҙының һәм улының сәләме менән барасаҡмын. Эшләгеҙ, туғандар», - тип яҙҙы осрашыуҙан һуң Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-17/radiy-h-birov-ishembay-a-mobilizatsiyalan-an-h-rbi-e-ail-e-men-n-osrashty-3392680