Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кемдә нимә ҡайғыһы
7 Сентябрь , 17:08

Стәрлетамаҡтан музыкаль етәксе мутлашыусыларҙың "тоҙағына" эләккән!

Ҡатын бер нисә көн дауамында 2 миллион 800 мең һумдан ашыу аҡсаһын күсергән.

Стәрлетамаҡтан музыкаль етәксе мутлашыусыларҙың "тоҙағына" эләккән!
Стәрлетамаҡтан музыкаль етәксе мутлашыусыларҙың "тоҙағына" эләккән!

Рәсәй Эске эштәр министрылығының Стәрлетамаҡ ҡалаһыны буйынса идаралығының дежур бүлегенә балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып эшләгән 42 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүсе әйтеүенсә, уға билдәһеҙ ир шылтырата, ул үҙен кеҫә телефоны компанияһы хеҙмәткәре тип таныштыра. Шылтыратыусы кеҫә телефоны номерының хеҙмәтен оҙайтыу өсөн ҡатынға СМС-хәбәрҙән кодты әйтергә кәрәк тигәс, ул берҙә уйлап тормай, һандарҙы хәбәр итә. Бер аҙҙан зыян күреүсегә йәғни "Госуслуги" хеҙмәткәре шылтырата. Ул "Госуслуги" кабинетына ят кешеләр инеүен, кредиттар алыуын һәм аҡсаны сит илгә күсереү ынтылышын булдырмаҫ өсөн төрлө банктарҙан кркдит алып, аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәклеген аңлата.

Полиция хеҙмәткәре зыян күреүсе балалар баҡсаһының хеҙмәт коллективы менән мутлашыуҙы иҫкәртеү буйынса әңгәмә үткәрһә лә, мутлашыусылар ҡатынды барыбер ышандыра. Өс көн дауамында ҡатын мутлышусылар манипуляцияһына бирелеп, төрлө банктарҙа биш кредит аса һәм аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсерә. Кредиттарҙы асҡанда ул аҡса ҡыҙы өсөн фатир алыуға кәрәклеген әйтә. Ҡатын мутлашыусылар менән эш итеүен аңлағанда инде һуң була.

Хөрмәтле дуҫтар, уяу булығыҙ! Таныш булмаған кешеләр менән карталарығыҙ һәм иҫәптәрегеҙ ярҙамында бер ниндәй ҙә эш ҡылмағыҙ!

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: