Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Декабрь , 09:57

Байрамда алкоголгә урын юҡ!

Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарында республикала алкоголь һатыу сикләнә. Магазиндарҙа алкоголь продукцияһын һатыуға ваҡытлыса сикләүҙәр индерелә: 3, 4 һәм 5 ғинуарҙа 17.00 сәғәттән икенсе көндөң 10.00 сәғәткә тиклем, 6 ғинуарҙа – 17.00 сәғәттән 23.00 сәғәткә тиклем.

Байрамда алкоголгә урын юҡ!
Байрамда алкоголгә урын юҡ!

Ведомствола билдәләүҙәренсә, был сикләүҙәр магазиндарҙа ваҡлап һатыуға ғына ҡағыла. Барҙарҙа һәм ресторандарҙа алкоголь эсемлектәрҙе заказ буйынса алырға мөмкин.

Алкоголле продукция һатыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штраф күләме вазифалы кешеләргә 20 меңдән 40 мең һумғаса, юридик берәмектәргә – продукцияны тартып алып, йәки алмайынса, 100 меңдән – 300 мең һумға тиклем тәшкил итә. Әгәр ҙә сикләүҙәрҙе боҙған осраҡтарға тап булһағыҙ, кисекмәҫтән полицияға мөрәжәғәт итеү һорала. Байрамдарҙы айыҡ үткәрәйек!

Сығанаҡ

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: