Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
9 Ғинуар , 12:15

Стәрлетамаҡта 2024 йылда киң таралған енәйәттәр исемлеге асыҡланды

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығында 2024 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса ҡалабыҙҙа иң киң таралған 5 енәйәтте атанылар.

Стәрлетамаҡта 2024 йылда киң таралған енәйәттәр исемлеге асыҡланды
Стәрлетамаҡта 2024 йылда киң таралған енәйәттәр исемлеге асыҡланды

Беренсе урында – мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары өлкәһендә мутлашыу. Уҙған йылдың 11 айында 604 мутлашыу факты теркәлгән, был 2023 йылдың 11 айы менән сағыштырғанда 191гә кәмерәк.

Икенсе – законһыҙ рәүештә наркотик сараларын һаҡлау һәм һатыу. 2024 йылдың 11 айында ошондай енәйәттәрҙең 385 осрағы теркәлгән, 2023 йылдың ошо уҡ осоронда – 16 фактҡа артыҡ.

Артабан өсөнсө урында - банк карталарын урлау. 2024 йылдың ун бер йында 266 енәйәт теркәлгән, ә 2023 йылда 39ға күберәк булған.

Дүртенсе урын – магазиндарҙағы ваҡ уғрылыҡ. Стәрлетамаҡта 2024 йылда ошо өлкәлә 230 енәйәт теркәлгән, унан алдағы йылдың шул уҡ осоронда – 45кә артыҡ.

Һәм бишенсе урында кеҫә телефонын урлау тора. 2024 йылдың 11 айында 216 енәйәт теркәлгән, ә 2023 йылда – 129 фактҡа күберәк.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы граждандарҙы иғтибарлы булырға, мутлашыусылар йоғонтоһона бирелмәҫкә һәм улар менән бәйләнешкә инмәҫкә иҫкәртә. Әгәр һеҙгә “Дәүләт хеҙмәттәре”нән килгән смс-кодты йәки картағыҙҙың кодын әйтергә ҡушһалар, телефонығыҙҙы һүндерегеҙ. Әгәр һеҙ уғрылар тоҙағына эләкһәгеҙ йә иһә енәйәт ҡылыу шаһиты булһағыҙ, кисекмәҫтән полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.

Сығанаҡ - cityopen.ru.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: