Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығында уҙған аҙнала граждандарҙан 1052 мөрәжәғәт булған, шуларҙың 17һе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, шул иҫәптән дистанцион мутлашыу буйынса – 7 факт. Зыяндың дөйөм суммаһы 5 929 000 һум тәшкил итә.
Ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр араһында маляр, ике эшһеҙ, 21 һанлы мәктәп уҡытыусыһы, банк хеҙмәткәре һәм башҡалар булыуын хәбәр иттеләр.
Шулай уҡ Стәрлетамаҡта аҙна эсендә ике урлау факты теркәлгән, законға ҡаршы наркотиктарҙы һаҡлаған һәм һатҡан өсөн ике кеше ҡулға алынған, юлда 13 иҫерек водитель тотолған, шуларҙың дүртеһе иҫерек килеш йәнә руль артына ултырған, быларҙың барыһы буйынса ла енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.