Стәрлетамаҡ ҡала суды водитель таныҡлығы һатып алған һәм юл-транспорт ваҡиғаһы ойошторған 43 йәшлек ҡатынға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшен ҡараны.
Башҡортостан судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылдың мартынан октябренә тиклем ҡатын, ялған таныҡлығы була тороп, транспортҡа идара итә. Әммә, октябрь айында ул юл-транспорт ваҡиғаһына тарый.
Ваҡиға урынына Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре барғас ҡатын уларға үҙенең ялған водитель таныҡлығын күрһәтә.
Шул саҡта ҡатынға ҡарата административ протокол төҙөлә. Артабан тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә, водитель таныҡлығы бөтөнләй икенсе кеше исеменә бирелеүе асыҡлана. Таныҡлыҡты тартып алалар.
Судта ҡатын ғәйебен тулыһынса таный. Суд уға ҡарата 10 000 һум күләмендә штраф һала.