Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Кеше һәм закон
16 Ғинуар 2025, 10:14

Закон алдында яуап тоторға ваҡыт

Туймазы районында кеше урлаған һәм уның һаулығына ауыр зыян килтергән өсөн өс ир суд алдында яуап бирәсәк.

Закон алдында яуап тоторға ваҡытЗакон алдында яуап тоторға ваҡыт
Закон алдында яуап тоторға ваҡыт

Туймазы районында кеше урлаған һәм уның һаулығына ауыр зыян килтергән өсөн өс ир суд алдында яуап бирәсәк.

Туймазы район-ара прокуратураһы енәйәт эше буйынса Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе өс иргә ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Улар кеше урлауҙа һәм аңлы рәүештә һаулыҡҡа ауыр зыян килтереүҙә ғәйепләнә. Тәфтишселәр фаразы буйынса, уҙған йылдың ғинуарында ғәйепләнеүселәр, көс ҡулланып, быға тиклем таныш булмаған ирҙе урлай һәм автомобилдә металл базаһына алып бара.

Ирҙәр уның ҡайҙа булыуын асыҡлай алмаһындар өсөн кеҫә телефонын эштән сығара. Енәйәтселәрҙең береһе, сүкеш һәм башҡа предметтар ҡулланып, зыян күреүсене туҡмаған һәм ҡолағын киҫкән.

Ҡулға алыныусылар ғәйептәрен танымай.

Енәйәт эше артабан тикшереү өсөн Туймазы район-ара судына йүнәлтелгән.

Сығанаҡ.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас