Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Кеше һәм закон
29 Ғинуар 2025, 06:33

Уяу булығыҙ, сит кешеләргә ышанмағыҙ!

Мутлашыусылар кешеләрҙе алдау өсөн яңы ысулдар уйлап табырға ғына тора.

Уяу булығыҙ, сит кешеләргә ышанмағыҙ!Уяу булығыҙ, сит кешеләргә ышанмағыҙ!
Уяу булығыҙ, сит кешеләргә ышанмағыҙ!

Бер ваҡытта ла үҙегеҙҙең Дәүләт хеҙмәттәренән килгән кодты береһенә лә әйтмәгеҙ, кодтарҙы енәйәтселәр генә һорай.

Әгәр һеҙгә тауыш бирергә тип шикле һылтанма ебәрһәләр, улар буйынса үтмәгеҙ. Телефонығыҙға рәсми ҡушымталар ғына ҡуйығыҙ.

Шулай уҡ, телефонығыҙ экранын башҡа программалар ярҙамында күрһәтеү тыйыла. Бындай осраҡта аферистар һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙгә эйә булыуы ихтимал.

Әгәр һеҙ муттар тоҙағына эләкһәгеҙ, кисекмәҫтән 02, 102 йәки 112 телефон һандары буйынса полицияға шылтыратырға кәрәк.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан булдырылған «Мошки» https://t.me/bashmoshki рәсми телеграм-каналға яғылығыҙ, унда енәйәтселәр уйлап тапҡан бөтә төр мутлашыу ысулдары баҫыла.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас