Александр Солдатов һүҙҙәре буйынса, хәҙер Интернет селтәрендә билдәһеҙ кешеләрҙең бәлиғ булмағандарҙы галлюцинация эффекты алыу өсөн рецептһыҙ дарыуҙарҙы ҡулланыу ысулдарына өйрәтеү тураһында хәбәрҙәр барлыҡҡа килә.
Эске эштәр идаралығы начальнигы урынбаҫары миҫал итеп 6 ғинуарҙа Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына ауыр хәлдә алкоголь һәм наркотиктар ҡулланыу һөҙөмтәһендә ныҡ иҫереү билдәләре булған 15 йәшлек үҫмерҙе алып киләләр, тип һөйләне. Баҡтиһәң, үҫмер эффектты көсәйтеү өсөн дарыу ҙа, алкоголь да ҡулланырға ҡарар итә. Дарыуханалағы видеояҙма һәм тауар чегы быны иҫбатлай. Фармацевтҡа ҡарата административ яуаплылыҡ янай, тикшереү дауам итә. Ә бәлиғ булмаған баланың законлы вәкилдәренә ҡарата административ протокол төҙөлә.
Стәрлетамаҡта булған хәл-ваҡиғалар республиканың бөтә район-ҡалаларына ла ҡағыла. Аптекаларҙа ошоғаса үҫмерҙәргә рецептһыҙ дарыу һатыусылар булған. Хәҙер улар был турала иҫкәртелә.
Ата-әсәләргә балаларына иғтибарлы булырға, белем усаҡтарында ла аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Йәш быуынды юлдан яҙҙырырға ниндәй генә ысулдар тапмай яуыз уйлы кешеләр!?