Өфө ҡалаһынан шәфҡәт туташы егет менән социаль селтәрҙәрҙең береһендә таныша. Яңы танышы йәнәһе лә сит илдә йәшәй һәм инвестициялар менән әүҙем шөғөлләнә. Егет кеше ҡатынға шундай ысул менән “аҡса эшләү” юлын тәҡдим итә. Ҡатын баш тарта.
Һуңғараҡ енәйәтсе аралашыу барышында йәнә инвестициялар менән шөғөлләнергә тәҡдим итә һәм ҡорбанын финанс аналитик булып танытҡан һеңлеһе менән таныштыра. Әммә, ғариза биреүсе йәнә тәҡдимдән баш тарта. Ялған финанс аналитигы шулай ҙа ҡатынды бәләкәй сумманан булһа ла инвестиция һалырға күндерә. Ул саҡта медицина хеҙмәткәре 100 мең һум аҡса һалырға ҡарар итә, артабан аҡсаның артыуын үҙ күҙҙәре менән күрә. Ҡорбандың операциялары өсөн яуап биргән “белгес” бер миллион һумлыҡ кредит алырға һәм биржа суммаһын арттырырға тәҡдим итә. Алдыҡ ҡорбаны уға ышана һәм аҡсаны мутлашыусыларға күсерә. Артабан аҡса сараһын сығарыу мәсьәләһе килеп тыуғас, саралар, йәнәһе лә, эшкәртеүҙә тороп ҡала.
Һәм шул саҡта мутлашыу схемаһына башҡа «белгестәр» ҙә ҡушыла, йәнәһе лә улар аҡса сығарырға ярҙам итергә тейеш була. Ҡатынға ышаныслы кеше табырға әйтәләр, һәм ул үҙенең танышына мөрәжәғәт итә. Ҡорбандың танышы уға 780 мең һумдан ашыу аҡса күсерә. Был сумма ла йәнә аферистар иҫәбенә китә.
Был да хәл-торошто яҡшыртырға ярҙам итмәй һәм ҡатынға икенсе ышаныслы кешене табыуын һорайҙар. Шул саҡта шәфҡәт туташы күршеһенә мөрәжәғәт итә, ул да финанс операцияларына ризалаша. Күрше кредит алырға һәм ҡорбанға аҡса күсерергә тейеш була. Мутлашыусыларға 700 мең һумдан ашыу кредит аҡсаһын күсерәләр. Әммә был ғына ла түгел, күрше ҡатын банк иҫәптәренән һәм вкладтарҙан аҡса ала һәм шулай уҡ ғариза биреүсегә күсерә. Барлығы ике миллион һумдан ашыу сумма. Әммә был да мутлашыусылар өсөн аҙ була.
Яңы һылтауҙар менән улар тағы бер ҡатнашыусы – ҡорбандың туғанын алдыҡ схемаһына индерәләр. Уға ла бер миллион һумға яҡын кредит алырға кәрәк була. Кредит аҡсаһы шулай уҡ аферисттарҙың «кеҫәһенә» китә.
Өфө шәфҡәт туташын «страховка иғәнәһен әүҙемләштереү өсөн» йәнә аҡса ебәреүҙәрен һорағандан һуң ғына ул алдаҡ ҡорбаны булыуын аңлай һәм банкка мөрәжәғәт итә, унда уны полицияға ебәрәләр.
Мәктәп лаборанты Интернетта уңышһыҙ танышыуҙың тағы бер ҡорбаны була. Өфө ҡыҙы йәш егет менән сайтта таныша. Һуңынан аралашыу мессенджерҙа дауам итә. Унда әңгәмәсе биржала «мул» аҡса эшләүен иҫбатлар өсөн ҡыҙға хатта фотолар ҙа ебәрә. Яңы танышы зыян күреүсене үҙенең уйлап сығарған эш хаҡы менән ҡыҙыҡһындыра һәм инвестициялау буйынса ялған белгес менән таныштыра. Һуңынан алдашыу схемаһы ҡабатлана тиерлек -ҡатын-ҡыҙҙы төрлө һылтауҙар менән аҡсаны «сауҙа иҫәбенә» күсерергә күндерәләр. Ҡорбан бурысҡа бата, тупланмаһынан ҡолаҡ ҡаға, таныштарын кредит алырға үтенә һәм мутлашыусыларға 8,5 миллион һум самаһы аҡса күсерә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: уяу булығыҙ! Интернет селтәрендә таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ. Инвестициялар өлкәһендә махсус белемгә эйә булмаһағыҙ, финанс операцияларға ризалашмағыҙ. Бер ниндәй осраҡта ла бер кемгә лә шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һәм карта реквизиттарын бирмәгеҙ.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.