Стәрлетамаҡта бер аҙна эсендә биш мәктәп уҡыусыһы Бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙы ваҡытлыса тотоу үҙәгенә эләккән, тип хәбәр итте бөгөн, 11 февралдә, ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Эске эштәр министрлығы Стәрлетамаҡ ҡалаһы идаралығының полиция начальнигы урынбаҫары Алексей Толченников. Балаларын тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы тейешенсә үтәмәгән өсөн ата-әсәгә ҡарата 13 административ материал теркәлгән.
Оператив кәңәшмә барышында 10-сы мәктәптең 8 һәм 9 класта белем алған ике хоҡуҡ боҙоусы йәмәғәт урынында тәмәке тартҡан өсөн Бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙы ваҡытлыса тотоу үҙәгенә ебәрелеүе билдәләнде. 15-се мәктәптә бишенсе класс уҡыусыһы ваҡ хулиганлыҡ ҡылған. Шулай уҡ хулиганлыҡ ҡылған өсөн үҙәккә Мәләүез ҡалаһынан 5-се гимназияла дүртенсе класта уҡыған баланы ебәргәндәр.
Юғарылағы факттар буйынса материалдарҙы бәлиғ булмағандар эше комиссияһы ҡарай һәм тейешле ҡарарҙар ҡабул итәсәк.