Стәрлетамаҡ ҡала судына РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса ғәйепләнгән эшҡыуарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Енәйәтсе ҡала мәктәптәренең береһен хәүефле ит менән тәьмин итергә маташҡан.
Ҡала суды хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе шәхси эшҡыуар, ит һәм ит продукттарын ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу менән шөғөлләнгән. 2023 йылдың яҙында эшҡыуар менән акционерҙар йәмғиәте араһында килешеү төҙөлә, уға ярашлы коммерсант итте, шул иҫәптән мәктәп ашханаларына ла ебәрергә тейеш була.
2024 йылдың көҙөндә акционерҙар йәмғиәте вәкиленән Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәптәренең береһенә ит ебәреүгә ғариза килә. Шул уҡ көндө намыҫһыҙ эшҡыуар бизнесменға яраҡһыҙ сифатлы һыйыр итенең ике артҡы ботон һатып алырға тәҡдим итә. Ит йәмһеҙ ҡара төҫтә, күгәреп бөткән була, хаҡы ла түбән.
Эшҡыуар, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып, продукцияның хәүефле булыуын белә тороп, ветеринар-санитар экспертиза үткән башҡа иттән оҙатыу документтарын да беркетеп, тауарҙы мәктәп ашханаһына һатҡан.
Мәктәп ашханаһын хеҙмәтләндергән йәмғиәт хеҙмәткәре бындай итте ҡабул итеүҙән баш тарта, әммә эшҡыуар уның һүҙҙәренә ҡарамай, һәм уның ниәттәре тураһында белмәгән танышына гараж боксындағы һыуытҡысҡа элегерәк бушатҡан артҡы ботто икенсеһенә алмаштырырға ҡуша. Артабан мәктәп ашханаһы хеҙмәткәрҙәренә ит алмаштырып тапшырыла. Тауарҙы полиция хеҙмәткәрҙәре тартып ала һәм тикшереүгә ебәрә. Экспертиза иттә эсәк таяҡсаһы төркөмө бактерияһы булыуын асыҡлай.
Шулай уҡ эшҡыуар артабан һатырға теләп, билдәһеҙ урында сей ит һатып ала һәм уны гараж боксындағы һыуытҡыста һаҡлай. Тентеү барышында был бокста туңдырылған һыйыр ите табыла. Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең дәүләт инспекторы туңдырылған итте тартып ала һәм уның хәүефле булыуын асыҡлай.
"Шулай итеп, гражданин Т. үҙенең ҡулланыусыларының ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән тауарҙарҙы һәм продукцияны һатыу маҡсатында һаҡлай, йәғни РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт. Әлеге ваҡытта эш тыңлауға тәғәйенләнгән", - тип өҫтәнеләр судта.