Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының полиция начальнигы урынбаҫары Алексей Толченников хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала дистанцион мутлашыу буйынса – 13 факт теркәлгән. Зыяндың дөйөм суммаһы 5 724 811 һум тәшкил итә.
Дүрт пенсионер, бер эшһеҙ, 1-се ҡала клиник дауаханаһы хеҙмәткәре, студент һәм ойошма хеҙмәткәре уғрылар ҡорбаны була.
Барлығы ете көндә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына граждандарҙан 1230 мөрәжәғәт булған, шуларҙың 26һы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шулай уҡ, дүрт тән йәрәхәттәре килтереү, ғаиләлә ғауға ҡуптарыуҙың 57 осрағы теркәлгән.
Законға ҡаршы наркотиктарҙы һаҡлаған һәм һатҡан өсөн туғыҙ кеше ҡулға алынған, юлда 15 иҫерек водитель тотолған, шуларҙың береһе иҫерек килеш йәнә руль артына ултырған, йәмәғәт урындарында алкоголь эскән өсөн туғыҙ, исерек килеш йөрөгән өсөн 32, ваҡ хулиганлыҡ ҡылған өсөн 24 административ материал теркәлгән. Бөтә факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
фото кәңәшмәнән скриншот.