“Һеҙгә аңлатма биреү өсөн Федераль именлек хеҙмәте идаралығына килергә кәрәк” – мутлашыусылар ҡорбандарына ошондай повесткалар ебәрә.
Енәйәтселәр халыҡты алдау өсөн ике төрлө схеманы берләштерә. Тәүҙә улар, мәҫәлән, Мотлаҡ медицина полисын алмаштырыу һылтауы менән шылтыратып, СМС аша ебәрелгән кодты һорай һәм уның ярҙамында “Дәүләт хеҙмәттәре” аккаунтына инә.
Порталда улар кешенең бөтә шәхси мәғлүмәттәренә эйә була. ФСБ хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратып, был дәүләт әһәмиәтендәге эш һәм әңгәмә тураһында бер кемгә лә әйтергә ярамай, тип иҫкәртә.
Енәйәтселәрҙең уйҙырмаһы буйынса, “Дәүләт хеҙмәттәре” мәғлүмәттәре ситкә таралыу сәбәпле, ҡорбандың аҡсаһына хәүеф янай – уны мутлашыусылар урларға маташа, шуға ашығыс рәүештә аҡсаны картанан алып, Рәсәй Банкы хеҙмәткәренә бирергә кәрәк.
Кешене нығыраҡ ышандырып, аҡсаһын күсерергә күндерер өсөн мутлашыусылар ҡорбандарының почта йәшнигенә ялған повесткалар һала.
Нисек енәйәтселәрҙең тоҙағына эләкмәҫкә:
- СМС аша килгән кодтарҙы бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ;
- мутлашыусылар үҙен төрлө ойошма хеҙмәткәре булараҡ танытыуы тураһында онотмағыҙ;
- ниндәй ведомствонан шылтыратыуҙарына ҡарамаҫтан, телефонығыҙҙы һалығыҙ һәм шул ведомствоның рәсми сайтында күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтыратығыҙ;
- шик төшкән осраҡта полицияға хәбәр итегеҙ.
Ә.Мансурова фотоһы.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан