Өфө ҡалаһында наркотиктар һатҡан маташҡан һәм криптовалюта аша енәйәт килемен легалләштергән ир суд алдында яуап бирәсәк.
Республика прокуратураһы наркотиктарҙы законһыҙ һатырға маташыуҙа һәм енәйәт ҡылыу һөҙөмтәһендә алынған аҡсаны легалләштереүҙә ғәйепләнгән Өфө ҡалаһында йәшәүсе кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы.
Тикшереү дәлиле буйынса, 2024 йылдың ғинуарынан авгусына тиклем ир наркотиктар һатыу буйынса интернет-магазин курьеры эшмәкәрлеген алып бара.
Мессенджер аша тыйылған матдәләрҙең күмәртә партияһы координаттарын алып, уны Өфө ҡалаһы һәм Благовещен районы территорияһында таратыу өсөн Өфө районы Урыҫ-Юрмаш ауылы эргәһендәге урман массивынан барып ала.
Наркотиктар менән йәшерен урындарҙы тәьмин иткән өсөн енәйәтсе криптовалюта рәүешендә 100 мең һумдан ашыу аҡса эшләй, уны һумға әйләндергәс үҙенең банк иҫәбенә күсерә.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный.
Енәйәт эше асылы буйынса ҡарау өсөн Благовещен район судына ебәрелгән.