Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Кеше һәм закон
21 Февраль 2025, 10:07

Наркотиктар таратҡан өсәүгә хөкөм ҡарары иғлан ителде

Енәйәтселәр 9 йылдан 14 йыл да өс айға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы тәғәйенләнде...

Наркотиктар таратҡан өсәүгә хөкөм ҡарары иғлан ителдеНаркотиктар таратҡан өсәүгә хөкөм ҡарары иғлан ителде
Наркотиктар таратҡан өсәүгә хөкөм ҡарары иғлан ителде

Стәрлетамаҡ ҡала суды 21 йәштән 33 йәшкә тиклемге өс кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Роленә һәм ҡатнашыу дәрәжәһенә ҡарап, улар наркотиктар һаҡлауҙа һәм уларҙы законһыҙ һатырға маташыуҙа ғәйепле тип табыла.

Судта наркотиктарҙы законһыҙ һатыу маҡсатында билдәһеҙ кешенең интернет-магазин булдырыуы асыҡлана, унда 2023 йылдың ғинуарынан июленә тиклем ике ир һәм бер ҡатын курьер булып эшкә урынлаша. Тәғәйенләнгән ваҡытта улар артабан Салауат ҡалаһында һәм Стәрлетамаҡ районында таратыу өсөн тултырылған наркотиктарҙың күмәртә партияһы координаттарын ала. Уларҙың законһыҙ эшмәкәрлеге хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла, тыйылған матдәләр тартып алына.

Ғәйепләнеүселәргә дөйөм һәм ҡаты режимлы колонияларҙа 9 йылдан 14 йыл да өс айға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас