Йәнә Стәрлетамаҡта йәшәүсе икенсе ханым үҙе аҡса эшләү урынына, муттарҙы 1,5 миллион һумға байыта. Ҡаланың полиция бүлегенә уҡытыусы булып эшләгән 35 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә.
Мессенджерҙа ул билдәһеҙ кешенән популяр маркетплейста өҫтәмә аҡса эшләү тәҡдиме ала. Әйткәндәй, ул тауарҙарҙы ҡарап, лайктар ҡуйырға тейеш була. Мутлашыусы ҡорбанын ышандырыр өсөн уның картаһына 5 заданиены үтәр өсөн 285 һум күләмендә алдан аҡса күсерә.
Ҡорбан һылтанма буйынса ялған сайтҡа инә һәм барыһын да эшләй, артабан уға тауар һатып алырға кәрәк була.
Ғариза яҙыусы виртуаль иҫәпкә аҡса күсерә һәм шәхси кабинетында уның тәүҙә тулыланыуы күренә, әммә, “координатор” әйтеүенсә, уның иҫәбе блокировкалана һәм аҡсаны сығарыу өсөн йәнә бер нисә тауар һатып алырға кәрәк.
Ҡатын 1,5 миллион һум дөйөм суммаға 12 тапҡыр аҡса күсерә. Күсергән һайын уның виртуаль иҫәбе проценттары артып тулылана, әммә аҡсаһын кире сығара алмай. Һәм шунда ул аферистар ҡорбаны булыуын аңлағас, полицияға мөрәжәғәт итә. Эре күләмдә мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығы хәтерегеҙгә төшөрә: рәсми финанс ойошмалар хеҙмәткәрҙәре мессенджерҙар аша шылтыратмай, банк карталары мәғлүмәтен йәки смс-хәбәр аша килгән кодты һорамай, шулай уҡ ҙур килем алыу һылтауы менән тиҙ арала аҡса индеререгә күндермәй.