Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуратураһы тарафынан БРҙың үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү Буйынса Дәүләт комитетында коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәттең үтәлеше тикшерелде.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, алдынғы белгес-эксперт, аттракцион техниканы күҙәтеү буйынса район-ара территориаль бүлектең өлкән дәүләт инженер-инспекторы ял көндәрендә республиканың күрше райондарында шәхси маҡсаттарҙа үҙенә беркетелгән хеҙмәт автомобилен бер нисә тапҡыр файҙаланған – республиканың күрше райондары территорияһына ял көндәрендә ҡунаҡҡа барған.
Тикшереү материалдары ҡала прокуратураһы тарафынан судҡа ебәрелгән, уларҙы ҡарау һөҙөмтәләре буйынса түрә баш-баштаҡланған өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексының 19.1-се статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
О.В.Немчинова.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры урынбаҫары, юстиция советнигы.