Ҡала прокуратураһы тарафынан күп фатирлы йорт хужаларының дөйөм йыйылышы протоколында ҡултамғаларҙың ялған булыу факты асыҡлана.
Күҙәтеү ведомствоһы дөйөм йорт мөлкәтен ҡарау һәм ремонтлау өсөн тарифтарҙы законһыҙ арттырыу факты буйынса ҡаланың күп фатирлы йорттарҙың береһендә йәшәүсенең мөрәжәғәте буйынса тикшереү үткәргән.
Күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙән һорау алыу протоколдағы ҡултамғаларҙың йорт хужаларыныҡы булмауы асыҡлана, һәм йыйылыш үткәрелеүе тураһында ла уларға билдәле булмай.
Шулай итеп, билдәһеҙ шәхес күп фатирлы йорттоң дөйөм мөлкәтен тотоу һәм ағымдағы ремонт буйынса түләү күләмен законһыҙ арттырған милекселәрҙең дөйөм йорт йыйылышы протоколында фатир хужаларының ялған ҡултамғаларын күрһәтә.
Күп фатирлы йортта бина хужаларының дөйөм йыйылышы протоколы рәсми документ булып тора, ул бина хужаларына тәғәйенләнгән бурыстар йөкмәтеү рәүешендә юридик эҙемтәләргә килтерә.
Ошоға бәйле, ҡала прокуратураһы тарафынан енәйәт эҙәрлекләү мәсьәләһен хәл итеү өсөн РФ Енәйәт Кодексының 327-се статьяһы 1, 5 бүлектәре буйынса тикшереү материалдарын тикшереү органына ебәреү тураһында ҡарар сығарыла .
Артур САДИҠОВ, БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы.