Был юлы Энергия һатыу компанияһы һәм Роскомнадзорҙың ялған хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡта йәшәүсе 64 йәшлек иргә зыян килтерә. Ул 800 000 һумдан ҡолаҡ ҡаға, етмәһә аҡсаның яртыһы кредитҡа алынған була. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, иргә мессенджерҙа үҙен Энергия һатыу компанияһы хеҙмәткәре тип таныштырған билдәһеҙ кеше шылтырата. Ул ҡорбанына электр счетчигын тикшерергә кәрәклеген белдерә, һәм смс-хәбәр аша килгән дүрт һанлы кодты әйтергә кәрәк, ти белгес, йәнәһелә. Пенсионер кодты әйтә...
Артабан зыян күреүсегә, был юлы, Роскомнадзор хеҙмәткәре шылтырата, ялған белгес иргә муттар тарафынан пенсонер исеменән эҙләүҙә булған билдәһеҙ кешегә ышаныс ҡағыҙы рәсмиләштереүе хаҡында хәбәр итә. Шулай уҡ, кемдер уның аҡсаһын урларға матшыуы тураһында әйтә, һәм аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерә.
“Ҡото алынған пенсионер үҙенең бөтә йыйған аҡсаһын — 370 меңдән ашыу сумманы күсерә. Өҫтәүенә, аферистар ҡорбаны 408 мең һум дөйөм суммаға онлайн рәүештә кредит ала һәм уны ла тейешле иҫәпкә ебәрә. Аҡсаһын кире ҡайтармағас, ғариза яҙыусы полицияға мөрәжәғәт итә. Ҙур күләмдә мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла”, — тип хәбәр ителә Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығында.
Шулай уҡ, уғрыларҙың иң популяр дүрт схемаһын һеҙгә тәҡдим итәбеҙ. Беренсеһе — билдәһеҙ шәхес телефон аша ниндәй ҙә булһа килешеүҙе, мәҫәлән, кәрәҙле оператор менән, оҙайтырға тәҡдим итә. Икенсе — шылтыратыусы үҙен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте белгесе, тип таныштыра. Өсөнсө — уғрылар үҙҙәрен полиция, прокуратура йәки башҡа ведомстволар хеҙмәткәре тип әйтә. Дүртенсе — республика халҡына алынмаған түләүҙәр тураһында хәбәр итәләр.
“Уяу булығыҙ!” тип иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, мутлашыусылар ҡармағына эләгеүселәр табылып тора.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫегеҙгә төшөрә: аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә телефон аша үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ СМС аша килгән кодты хәбәр итмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ – юғарыла атап әйтелгән, йәки башҡа компанияларҙан шылтыратһалар телефонығыҙҙы һалығыҙ һәм сит кешеләр менән һөйләшмәгеҙ! Кәрәк булһа үҙегеҙгә рәсми телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин. Шулай уҡ туғандарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ.