Башҡортостанда 19 йәшлек егет наркотиктар лабораторияһы ойошторған. Уға күптән түгел хөкөм ҡарары сығарылды.
2024 йылдың ғинуарында енәйәтсе Telegram мессенджерында билдәһеҙ кеше менән аралаша башлай. Ул егеткә законһыҙ бизнес менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. Аноним шәхес күрһәтмәләре буйынса егет наркотиктар лабораторияһы булдырыу буйынса ҡала ситендә урынлашҡан йортто һайлай.
Бер аҙ ваҡыт үтеүгә егеткә синтетик наркотиктар эшләү буйынса химик матдәләр һаҡлау өсөн ҡуртымға гараж алырға ҡушалар. Шулай итеп, артабан уларҙы һатыу өсөн наркотик матдәләр етештереү производствоһы яйлға һалына.
Етештерелгән наркотиктарҙы ул ҡуртымға алынған йорттоң ҡыйығында һаҡлай, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре наркотиктарҙың ҙур партияһын, шулай уҡ лаборатория өсөн ҡорамалдарҙы һәм тыйылған матдәләр етештереү процесында ҡулланылған препараттарҙы таба һәм конфискациялай. Наркотиктарҙы йәшерен система аша таратыу планлаштырылған була.
Ҡулға алыныусы ғәйебен тулыһынса таный. Суд уны ҡылынған енәйәттәрҙе иҫәпкә алып, ҡәтғи режимлы колонияла 15 йыл да 3 айға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә. Был ҡарар әлегә юридик көсөнә инмәгән.