Стәрлетамаҡта дистанцион мутлашыу факттары һаман да теркәлә, туҡтамай. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының полиция начальнигы урынбаҫары Алексей Толченников хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала дистанцион мутлашыу буйынса – 11 факт теркәлгән. Зыяндың дөйөм суммаһы 6 974 270 һум тәшкил итә.
Зыян күреүселәр араһында “Стәрлетамаҡ нефть-химия заводы” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәре – 3 650 000 (!) һум юғалтҡан, өс пенсионер – улар муттарға 1 412 000 һум күсергән, ике эшһеҙ – 19 771 һум, “Авангард”, “БСК”, “Ленинский”, “СТНГ” йәмғиәттәренән берешәр хеҙмәткәр, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарҙың береһенең директоры аҡсаһыҙ тороп ҡалған.
Барлығы ете көндә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына граждандарҙан 1131 мөрәжәғәт булған, шуларҙың 18е буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Законға ҡаршы наркотиктарҙы һаҡлаған һәм һатҡан өсөн биш кеше ҡулға алынған, юлда 15 иҫерек водитель тотолған, уларҙың барыһы ла иҫерек килеш йәнә руль артына ултырған, енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.